Наверх

“Ҡарауыл! Ҡәй­нәм­де урлаған­дар!”. Трансляция спектакля

“Ҡарауыл! Ҡәй­нәм­де урлаған­дар!”. Трансляция спектакля Добавить в свой календарь

“Ҡарауыл! Ҡәй­нәм­де урлаған­дар!”. Трансляция спектакля

Событие состоялось 11 мая 2020, пн, 19:00
Афиша Уфа , г. Уфа
Вход свободный

Хөрмәтле тамашасылар!
Бөгөн, 11 май, киске сәғәт 7-лә театрҙың YouTube - каналында Рәлиф Кинйәбаевтың “Ҡарауыл! Ҡәй­нәм­де урлаған­дар!” комедияһын ҡарарға са­ҡырабыҙ. Режиссеры - Рәсәйҙең һәм Баш­ҡор­тостандың атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эш­мәкәре Дамир Ғәлимов.
Сәхнә әҫәренең бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫын ышаныс менән әйтә ала­быҙ. Тамашасылар тормошобоҙҙа урын алған ваҡиғаларҙы сәхнәлә күреп, бәлки, уларға икенсе күҙлектән дә бағыр...
Бибисара ҡарсыҡ ролен баш­ҡарған Рәмилә Хоҙайғо­лованың уйнауына таң ҡалып, ирекһеҙҙән күңелгә, юҡҡа ғына был сәхнә оҫтаһына “Халыҡ артисы” исеме бирелмәгән икән, тигән уй килә. Ҡарсыҡтың килене Рәмзилә образын һынландырған Зифа Баязитова ла (Башҡортостандың халыҡ артисы) ябай ғына: “Һайт! Кем бар унда! Сыҡ!” – ти­гәнде лә үҙенә генә хас булған алымдар менән әйтеп, бар залды көлдө­рөргә һә­ләт­ле. Был, әлбиттә, оло талант күрһәткесе. “Мәҙәниәт өлкәһендәге уңыштары өсөн” тигән маҡтаулы исем йөрөтөүсе Марсель Хоҙайғоловтың сәхнә­ләге 90 йәшлек геройы ла – артистар ансамбленә мәҙәк өҫ­тәү­се сағыу образ. Беҙҙең арала тағы ла кем Миһран ҡарт кеүек “машинаһында оло юлға сығып, күҙҙәрен сытырҙатып йомоп, газға баҫа” ала? Баш­ҡор­тостандың атҡаҙанған артисы Рәдиф Яныбаев – ҡарсыҡтың улы Хәтмулла ролендә.
Тормошобоҙға хас ваҡиғалар сағыла сәхнәлә. “Йәш саҡта дәүләткә бил бөктөк, хәҙер инде балаларға эшләйбеҙ” – Бибисара ҡарсыҡтың һүҙҙәре был. Таныш күренешме? Әбейҙең матди байлыҡ тип сиктәрҙе аша атлаған ҡыҙы Фәниә (Баш­ҡор­тостандың атҡаҙанған артисы Айгөл Хәкимова) менән кейәүе Әхмәҙи (артист Юнир Мансуров) образдарында ла кемделер төҫмөрләргә була.
Спектаклдә йәш геройҙарҙың ҡат­на­шыуы сәхнәләге тормошто йәнләндереп ебәрә. Ихлас, яр­ҙамсыл Вәлийән ролен Баш­ҡор­тостандың атҡаҙанған артисы Венер Сөнәғәтов һәм артист Морат Амантаев башҡарһа, Бибисараның ейәнсәре Гөлсирә образын Дания Ғөбәйҙуллина менән Эльмира Тимерова һын­ландыра.

https://www.youtube.com/watch?v=wTz9v7nKX5Y

https://vk.com/sibay_teatr

Это ваша компания? Напишите нам

Убедитесь, что ваша информация актуальна. Воспользуйтесь нашими бесплатными инструментами, чтобы найти новых клиентов.

Другие события из этой категории

Приключения Ходжи Насреддина

30 апреля, вт, 18:00
Он мудрый пересмешник, который никогда не сидел на одном месте и всю жизнь провел в странствиях со своим верным Ослом. О нем, о его приключ…
Подробнее

Не смейтесь, я умираю

30 апреля, вт, 19:00
Это история о неунывающих стариках, сумевших найти прекрасные мгновения в своем почтенном возрасте. Главный герой, ожидающий конца со дня н…
Подробнее

Любовница

30 апреля, вт, 19:00
На сцену театра вернулась популярная и любимая зрителями мелодрама о любви «Грешно ли любить?» Туфана Миннуллина, теперь уже под новым назв…
Подробнее

Гадкий утёнок

1 мая, ср
Башкирский государственный театр кукол приглашает на спектакль «Гадкий утёнок»! История маленького, беззащитного птенца, который оказался …
Расписание 

Тополёк мой в красной косынке

1 мая, ср, 18:00
Глубокий смысл вложен в обычную, на первый взгляд, любовную историю. Найдут ли герои силы преодолеть предательство и ложь, сохранят ли чувс…
Подробнее

Каждую неделю мы отправляем нашим подписчикам подборку интересных событий ближайших дней.

Подпишитесь, чтобы не пропустить самое интересное в городе!