Керчь. История боевого коня
Спектакль идёт на башкирском языке. Синхронный перевод на русский язык.
Мөнир Ҡунафиндың «Ҡорос. Яугир ат яҙмышы» спектаклен сәхнәгә Айҙар Зарипов ҡуйҙы.
Спектаклдең сюжетында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Керчь-Ҡорос исемле легендар аттың ысын булған тарихы ята. Мәғлүм булыуынса, ике тапҡыр яраланған ат һуғыштан һуң Миәкә районындағы Илсеғол ауылына ҡайтарыла.
Үҙенсәлекле декорация, костюмдар, яҡтыртыу, хореография, музыкаль биҙәлеше спектаклгә бөтөнлөк биреп, тарихҡа хәҙерге көн күҙлегенән ҡарау мөмкинселеген аса. Республика буйлап гастролдәрҙә булып өлгөргән был сәхнә әҫәре бихисап һәм тулы йөкмәткеле баһаламаларға лайыҡ булыуы һоҡланғыс һәм ғорурлыҡ тойғоһон уята.