Встреча на просторах интернета
Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар! 💖 Ял көндәрегеҙ файҙалы һәм күңелле үтәлер, тип ышанабыҙ. 👍🏻 Ә инде шәмбе кисен тағы ла йәмлерәк иткегеҙ килһә, бөгөн киске сәғәт етелә түбәндәге һылтанма буйынса https://www.instagram.com/estrada_bgf/ филармониябыҙ эстрадаһының инстаграм селтәрендәге төркөмөнә ҡушылығыҙ! Унда һеҙҙе башҡорт-татар эстрадаһы легендалары менән йәнле осрашыу көтә.💥💥💥
Үҙ изоляция ваҡытын примабыҙ - Нәзифә Ҡадырова етәкселегендәге төркөм нисек үткәргән? Сәхнәне, гастролдәрҙе, тамашасыларҙы һағыналармы? 😎 Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирәсәк төркөм ағзалары. Ә улар беҙҙең йондоҙҙар: Башҡортостандың халыҡ, Рәсәй һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты НӘЗИФӘ КАДЫРОВА, Башҡортостандың халыҡ артистары: ҒӘЛИ АЛТЫНБАЕВ, ЗӨЛФИӘ ҠУДАШЕВА, Альфия Юлчурина, Радик Вальмухаметов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рушан Биктимиров, ХӘМИТ ТЛӘМОВ һәм төркөмдөң нәфис һүҙ оҫтаһы - Зилия Сафиуллина
💥💥💥💥
Хөрмәтле дуҫтар! Артистарыбыҙға һеҙ ҙә үҙегеҙҙең һорауҙарығыҙҙы бирә алаһығыҙ. Уларҙы ошо пост аҫтында яҙып ҡалдырығыҙ.
Алып барыусыларыбыҙ - Эльмира Юлдашева һәм Фәрхәт Ғәйнетдинов уларҙы мотлаҡ адресанттарға еткерәсәк.
🙋♀🙋♀🙋♀🙋♀🙋♀🙋♀
Онотмағыҙ - бөгөн, йәғни 20 июнь, кисе сәғәт 7-лә https://www.instagram.com/estrada_bgf/ осрашҡанға тиклем!