Онлайн-встреча артистов разговорного жанра
Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар! Башҡорт дәүләт филармонияһы эстрадаһы артистары ниһәйәт йәйге ялға сыға.💃🏃♀🏃♂🕺Кемдәр ҡайҙа отпускаһын үткәрәсәк икән🧐? Беҙҙең нәфис һүҙ оҫталары: Редик Сәғитов, Фаяз Янтурин, Эльмира Юлдашева, Зульфир Басыров, Зульфия Ахметова, Фархат Гайнетдинов, Зилия Сафиуллина ялға китер алдынан бер-аҙ серҙәрҙе асырға ниәтләй. Бөгөн киске сәғәт һигеҙҙә инстаграмм социаль селтәрендә улар һеҙҙе тура эфирға саҡыра. Әйткәндәй, һорауҙарығыҙҙы әҙерләп, комментарийҙарға яҙығыҙ. Иң шәп, ҡыҙыҡлы һорау биреүсене БҮЛӘК көтә!
🌷🌷🌷🌷
Эфирҙы түбәндәге һылтанма аша ҡарарға мөмкин: https://www.instagram.com/estrada_bgf/