Наверх

Концерт к дню рождения Хусаина Ахметова

Концерт к дню рождения Хусаина Ахметова Добавить в свой календарь

Концерт к дню рождения Хусаина Ахметова

Событие состоялось 22 января 2021, пт, 19:00
+7 (347) 250-77-42
200
6+

Данлыҡлы башҡорт композиторы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм ике «Почет Билдәһе» ордендары кавалеры Хөсәйен Фәйзулла улы Әхмәтов туған халҡына иҫ киткес бай ижади ҡомартҡы ҡалдырған. Уның хеҙмәттәрен «Башҡорт композиторҙарының хор әҫәрҙәре», «Башҡорт оҙон йырҙары», башҡорт поэмалары һәм балладалары, симфоник сюиталары, лирик сюиталар, «Замандаш» операһы, тәүге башҡорт классик романсы «Төнгө Урал» һәм йөҙҙән ашыу йыр һәм романстар тәшкил итә.

Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыларының һәр береһенең репертуарында бөйөк композиторҙың әҫәрҙәре бар. Юғары сәнғәт өлгөһө булған музыкаль ҡомартҡылар халыҡтың ауыҙ-тел ижадына, фольклорына тере һәйкәл булып тора.

Башҡорт сәнғәтенең үҙәк урынын биләгән композиторҙың ижадын ҙурлау, һәм был ҡомартҡыны киләсәк быуындарға тапшырыу, беҙҙең изге бурыс. Ошоно иҫәптә тотоп Башҡорт дәүләт филармонияһы коллективы Х.Әхмәтов ижадына бағышланған өр-яңы проект тәҡдим итә. «Һаҡмар һандуғасы моңо» тип аталған концертта әҙиптең төрлө жанрҙағы иң билдәле әҫәрҙәрен Нәзифә Ҡадырова, Артур Туҡтағолов, Фәдис Ганиев һәм Лилиә Биктимерова, Азамат Тимеров, Лилиә Ишемйәрова, Хәмит Теләмов, Тимур Рамазанов, Флорида Иркина, Рөстәм Шаһыбалов, Алмас һәм Рәфис Сирусиндар, Искәндәр Ғәзизов башҡарасаҡ. Йырҙар ҙа, романстар ҙа, опера ла, сюиталар ҙа ишетәсәкһегеҙ һеҙ был күркәм кисәлә. Музыкаль яҡтан тамашаны Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры (етәксеһе Л. Дәүләтбаев) биҙәйәсәк.

Это ваша компания? Напишите нам

Убедитесь, что ваша информация актуальна. Воспользуйтесь нашими бесплатными инструментами, чтобы найти новых клиентов.

Другие события из этой категории

Амаль Керимов

27 апреля, сб, 18:00
Амаль Керимов — композитор, поэт, баянист и аранжировщик. Автор музыки к фильму. В 2022 году выпустил первый альбом неоклассической музыки …
Подробнее

Оркестр Sonorus. Гарри Поттер

27 апреля, сб, 19:00
Симфонические саундтреки из к/ф «Гарри Поттер» в исполнении камерного оркестра Sonorus. Гарри Поттер — величайший образец литературы и к…
Подробнее

Zainetdin

27 апреля, сб, 19:00
Искренний! Эмоциональный! Обаятельный! Энергичный! Тот, кто заводит публику с пол-оборота! Тот, чей артистизм никого не оставляет равнодушн…
Подробнее

Metox

27 апреля, сб, 19:00
Подробнее

Честный

27 апреля, сб, 20:00
Все хиты «Желаю», «Майами», «Мама» и другие + песни с нового альбома.
Подробнее

Каждую неделю мы отправляем нашим подписчикам подборку интересных событий ближайших дней.

Подпишитесь, чтобы не пропустить самое интересное в городе!