Наверх

Азат Айткулов

Событие состоялось 27 января 2021, ср, 19:00
+7 (347) 250-77-42
200
6+

Азат Айытҡоловтоң исеме музыка яратыусыларға киң билдәле. Башҡорт дәүләт филармонияһында ул 1978-се йылдан алып эшләй. Башҡортостандың данын ул Дания, Финляндия, Монголия, Әфғанистан, Перу, АҠШ, Канада, Испания, Португалия, Австралия, Яңы Зеландия, Сингапур, Бельгия, Австрия, Германия, Швейцария, Төркиә кеүек илдәрҙә яҡланы, сит халыҡтарҙы башҡорт моңо менән таныштырҙы.

Тәбиғәт тарафынан бирелгән сағыу һәләт, моңдо тоя белеү, яҡшы техника, музыкаль хәтер, импровизациялау оҫталығы һәм ижади ҡомар ҡурайсыға профессиональ музыканттар араһында ла һәр ваҡыт алғы сафта булырға ярҙам итә. Быға миҫал булып уның күп төрлө еңеүҙәре тора. Һуңғыларын ғына телгә алғанда: IV «World Music» һәм «Astana-Arkau» Халыҡ-ара фестивалдәре дипломдары.

2011 йылда, Башҡортостан Республикаһының музыка сәнғәтенә индергән ҙур өлөшө өсөн, Азат Айытҡолов «Алтын Урал» Халыҡ ижады премияһы лауреаты булды.

Артист башҡорт моңон заманса формаларҙа популярлаштырыу өлкәһендә лә хеҙмәт итә. Америка саксофонисы Пол Винтер менән «Ҡурай смокингта», Өфөнөң билдәле орган оҫтаһы, БР-ның халыҡ артисы Владислав Мортазин менән «Ҡурай орган менән осраша» тигән үҙенсәлекле программалар тәҡдим итте. Был ижади көстөң «Ел көйө» концерты Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә лә йылы ҡабул ителде.

Бөгөн Азат Айытҡолов филармония ижади йәштәренең репетиторы һәм ижади остазы булып тора.

Ҡурайсының 65 йәшлек юбилейына арналған кисәлә уның ижадташ һәм сәхнәләш дуҫтары, уҡыусылары, Өфө сәнғәт институты уҡытыусылары, филармония солистары һәм коллективтары ҡатнаша.

Это ваша компания? Напишите нам

Убедитесь, что ваша информация актуальна. Воспользуйтесь нашими бесплатными инструментами, чтобы найти новых клиентов.

Другие события из этой категории

Metan & Вектор А

26 апреля, пт, 20:00
Большой концерт! Сольные песни и совместные хиты! «Шнурки», «Андеграунд», «Лирика», «Не вернусь» и другие хиты + новинки. Для входа на кон…
Подробнее

Амаль Керимов

27 апреля, сб, 18:00
Амаль Керимов — композитор, поэт, баянист и аранжировщик. Автор музыки к фильму. В 2022 году выпустил первый альбом неоклассической музыки …
Подробнее

Оркестр Sonorus. Гарри Поттер

27 апреля, сб, 19:00
Симфонические саундтреки из к/ф «Гарри Поттер» в исполнении камерного оркестра Sonorus. Гарри Поттер — величайший образец литературы и к…
Подробнее

Zainetdin

27 апреля, сб, 19:00
Искренний! Эмоциональный! Обаятельный! Энергичный! Тот, кто заводит публику с пол-оборота! Тот, чей артистизм никого не оставляет равнодушн…
Подробнее

Metox

27 апреля, сб, 19:00
Подробнее

Каждую неделю мы отправляем нашим подписчикам подборку интересных событий ближайших дней.

Подпишитесь, чтобы не пропустить самое интересное в городе!